Бәхет ҡунһын күңелең түренә

Ҡәҙерле улыбыҙ, ағайым, бабайым, тормош иптәшем, атайыбыҙ Илһам Хәмит улы КҮСӘРБАЕВты йәшлегенең күркәм байрамы - 45 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ! 

Бәхет ҡунһын күңелең түренәБәхет ҡунһын күңелең түренә
Бәхет ҡунһын күңелең түренә

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ғаилә именлеге, йән тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, эшеңдә ҙур уңыштар ғүмер буйы юлдаш булһын. Һәр ваҡытта шулай тырыш, изге күңелле, ихтирамлы һәм иғтибарлы булып, туғандарыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде Хоҙай насип итһен.
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә,
Ҡайғы еле һис тә теймәһен.
Тормош һынауҙары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә
Бәхет ҡунһын күңелең түренә,
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән атайың Хәмит, әсәйең Фәйрүзә, һылыуың Гөлназ, туғаның Руслан, тормош иптәшең Ләйсән һәм улың Динар менән ҡыҙың Алина.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас