

Ул сабыр холоҡло, балалары өсөн йән атып торған оло йөрәкле кеше. Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ҡәҙерлебеҙ, һине тыуған көнөң менән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Тыуыр таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын!
Беҙгә биргән матур тәрбиәң, ҡайнар мөхәббәтең, хәстәрлегең, сабырлығың, һаман беҙҙе ҡайғыртып йәшәүең өсөн рәхмәт.
Ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелектәрен күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә, һаулыҡта ғүмер итергә насип итһен.
Атай йорто – иң бәхетле нигеҙ,
Иркен асыла уның ҡапҡаһы.
Ихатаһы нурлы, табын тулы,
Бәхет менән балҡый тирә-яғы.
Беҙ теләйбеҙ һиңә
Теләктәрҙең изгеһен.
Сәләмәтлек бирһен Хоҙай,
Ҡайғы ишек ҡаҡмаһын.
Аҡ бәхеттәр асып керһен
Беҙҙең йорттоң ҡапҡаһын.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәшиҙә, ҡәйнәң Сәреүәр, ҡыҙҙарың Рәмилә, Рәғилә һәм Азалия, улдарың Марсель һәм Ильвир, кейәүебеҙ Салауат, ейәнең Данияз.