Бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын

Ейәнсура районының Иҙәш ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Күмертау ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әхирәтебеҙ Рәзилә Иҙрис ҡыҙы ЛАТЫПОВаны 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. 

Бәхетле ғүмер кисерергә яҙһынБәхетле ғүмер кисерергә яҙһын
Бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын

Ҡәҙерле ғаилә дуҫыбыҙға һаулыҡтың ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, бәхеттең тулыһын теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең аяҙ, ҡыуаныслы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош һынауҙарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ямғыр, ҡарҙарға һоҡланып, тормош иптәшеңдең, яҡындарыңдың изгелеген күреп, балаларыңдың шатлығына, уңыштарына ҡыуанып, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, сабыр булып, тормош иптәшең Марсель менән оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарығыҙ Минзилә, Фоат Аҡһаровтар, Нурзилә, Мәғәфүр Юлҡутлиндар ғаиләләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас