Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әтейебеҙ, бабайыбыҙ Тәлғәт Сәхиулла улы ӘХМӘТШИНды матур ғүмер байрамы - 90 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлемЙәшә, әтей, йөҙгә хәтлем
Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем

Яҡыныбыҙ бик уңған, изгелекле, киң күңелле, ярҙамсыл, туған йәнле булыуы менән ихтирамға лайыҡ кеше ул.
Ҡәҙерлебеҙ 1932 йылдың 25 мартында Мораптал ауылында Сәхиулла бабай менән Жиһан әбей ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килеү сәбәпле, бик иртә барлыҡ ауыр эштәрҙе башҡара һәм әнейенә, өс туғанына терәк булырға тура килә. Атаһы Сәхиулла бабай һуғыштың беренсе көндәрендә үк фронтҡа китә һәм хәбәрһеҙ юғала. Тик ул бер ерҙә лә һынатмай, Мораптал мәктәбен тамамлағас, ФЗО ла белем ала. Тыуған ауылында комбайнер, тракторсы, келәт мөдире булып хеҙмәт итә. Әтейебеҙҙең 60 йыл хеҙмәт стажы бар. Йылдың ниндәй генә миҙгеле булмаһын, арымай-талмай ҡайҙа ғына эшләһә лә тоғро хеҙмәт итә, һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Был турала уның бик күп маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, төрлө ярыштарҙа еңеү знактары, хеҙмәт алдынғыһы миҙалы, атҡаҙанған һәм Почетлы колхозсы исемдәре һөйләй.
Тәлғәт Сәхиулла улы Фәриҙә Хәйретдин ҡыҙы менән тормош ҡороп, 65 йылдан ашыу татыу ғүмер итәләр. Өс балаларына матур тәрбиә биреп, уҡытып оло томош юлына сығарҙылар.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе оло юбилейы менән ҡотлап оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ, әнейебеҙ менән балаларының, туғандарының, ҡәҙер хөрмәтенә төрөнөп, һәр бер таңға ҡыуанып, тыуған йортобоҙға йәм биреп, балаларының, оноҡтарының игелегендә, изгелегендә оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Яҡшылығың менән үрнәк һин.
Ауыр саҡта һиңә таянабыҙ,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Ҡотло булһын, әтей, тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шатлыҡ менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем.
Шат күңелле булып ғүмер ит.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай кәрәк бит.
Һинең тормош юлың - матур тарих,
Күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ.
Рәхмәт әйтәбеҙ бөгөн ысын йөрәктән,
Һинең ғүмер беҙгә ғорурлыҡ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәриҙә, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас