

Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмер буйы иң матур мәл булып һаҡланһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп, тыныс, имен тормошта йәшәргә яҙһын.
Ҡәҙерлеләребеҙгә хәйерле оҙон ғүмерҙәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, татыулыҡта, тигеҙлектә, бөгөнгө хистәрегеҙҙе ғүмерлеккә һаҡлап, үҙегеҙҙең дауамығыҙ итеп һау-сәләмәт, игелекле, иманлы, миһырбанлы, шәфҡәтле балалар үҫтерергә һеҙгә насип итһен.
Мөлдөрәмә бәхет һеҙгә, йәштәр,
Уңыштарҙан тауҙар өйөлһөн.
Пар күгәрсендәй йәшәгеҙ һеҙ,
Бар туғандар ҡарап һөйөнһөн!
Иң изге теләктәр менән әсәйегеҙ Зөһрә һәм барлыҡ туғандарығыҙ.