

Ҡәҙерлебеҙ, һине тыуған көнөң менән ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, хөрмәтле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ! Оҙон ғүмер, һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, бөтмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ һиңә! Күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә-һүрелмәйенсә, һәр саҡ шулай беҙгә йәшәйеш сығанағы булып торорға яҙһын. Һөйөклөбөҙ, беҙ һинән көс һәм илһам алабыҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Киләсәктә лә яратҡан атайыбыҙ менән беҙҙең, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшәгеҙ. Һеҙ булғанға беҙгә тыныс, донъябыҙ бөтөн.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рөстәм, улың Зөфәр, ҡыҙҙарың Лилиә, Гөлнәзирә, киленең Лариса, кейәүең Тимур һәм ейәнсәрҙәрең Сулпан, Айшан менән ейәндәрең Искәндәр, Илдархан.