Ҡәҙереңде беләбеҙ, Аллаға шөкөр!

Беҙ һине ҡотлайбыҙ, ҡәҙерле әсәй!     Бөтә балаларың, һәм беҙҙең атай.  

Ҡәҙереңде беләбеҙ, Аллаға шөкөр!Ҡәҙереңде беләбеҙ, Аллаға шөкөр!
Ҡәҙереңде беләбеҙ, Аллаға шөкөр!

Һин шундай асыҡһың, тырышһың, алсаҡ;
Кешегә ярҙамға һин киләң һәр саҡ...
Фельдшер хеҙмәтеңде, бала саҡтан күреп,
Беҙ ҙә кешелеклекә ынтылып үҫтек!

Беҙ һине ҡотлайбыҙ, ҡәҙерле әсәй!
Йыйылһаҡ өйҙә беҙ, етеш кенә ул сәй!
Бауырһаҡтарыңдан тел саҡ йотолмай.
Өйҙә лә етешәһең, эштә лә һин өлгөр.
Ҡәҙереңде беләбеҙ, Аллаға шөкөр!

Беҙ һине ҡотлайбыҙ, ҡәҙерле әсәй!
Бар ейәндәрең дә һине тәбрикләй!
Кәләш, өләсәй, һәм ихлас ҡәйнә,
Гел дә бәхетле бул, Рәил ҡыҙы Ғалиә!
Илле йәш һине ул тик биҙәй генә,
Тормош миҙалы ул саф күкрәгеңдә!

Беҙ һине ҡотлайбыҙ, ҡәҙерле әсәй!
Яҙғы ҡоштар беҙгә ярҙамға һайрай.
Рәхмәтле һиңә беҙ, барыһы өсөн,
Беҙҙең етешлеккә һалына көсөң...
Әсәй, гелән һау бул, кинәндер беҙҙе,
Таяныс беҙгә ул һинең һүҙҙәрең...
Тәбиғәт шатлана, яҙ матур шаулай,
Беҙ һине ҡотлайбыҙ ҡәҙерле әсәй!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Рөстәм, улың Зөфәр, ҡыҙҙарың Лилиә, Гөлнәзирә, киленең Лариса, кейәүең Тимур, ейәндәрең Искәндәр, Илдархан, Сулпан, Айшан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас