

- Ниңә?
- Уларға барһаң, йорттарында, билдәле, улар хужа, үҙемә саҡырһам да улар хужа буласаҡ.
Беҙҙең эш менән улай кеше айырып йөрөп булмай, саҡыралар икән, кинәнеп риза булабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Бирһәләр ал, бәрһәләр - ҡас.
Шулай ҙа тартыныу бар. Бөгөн дә шулайыраҡ хәлгә ҡалдыҡ. Иртә менән, Иҫке Отрадаға бер ҡыҙыбыҙҙы тейәп ебәрәйек тип (ауыл хужалығы идаралығы алып китергә тейеш), район хакимиәтенә үттек. Әмәлгә ҡалғандай, башлыҡ урынбаҫары Урал Ибраһимов тап булды.
- Әйҙәгеҙ, сәй эсергә.
- Ҡуйығыҙ, ҡунаҡтарығыҙ килгән, глава ла керәм тип ҡулын сайып йөрөй, артыҡ ауыҙ булып ултырмайыҡ.
Урал Дамир улы, өҙмәне лә ҡуйманы, давай, ин, гәзит беҙгә туған кеүек, ятһынма.
- Мин бер үҙем түгел.
- Тағы кем бар?
- Тышта тағы ла 2 "туғанығыҙ" көтөп тора.
Начальниктар менән бер өҫтәл артында ултырыу (ярар, үҙебеҙҙекеләр генә булһа, ниндәйҙер форма кейгән берәү ҙә бар, янына тағы ла өс ир) барыбер әллә ҡалай, ашың аш булып бармай, йә ҡалаҡты дөрөҫ тотмайымдыр, йә дөрөҫ сәйнәмәйемдер тип тынғыһыҙлан да ултыр. "Өс туған" шулай ҙа инеп ултырҙы. Аштан оло булыу ярамай. Инеү булды, бар кәртәләр емерелде, тартыныуҙың әҫәре лә ҡалманы, табын артында булғандар бынамын тигән үҙ кешеләр булып сыҡты. Эш кешеләре. Икмәк булһын тип йөрөй ҙә улар. Бына ошондай табындар артында нимәлер сәйнәп ултырырлыҡ булһын тип.
Ҡыҫташа-ҡыҫташа сәй эскәс, рәхмәттәр әйтеп сығып киттек. Ысынлап та, байтаҡ ваҡыт күрешмәй йөрөп осрашҡан туғандар осрашыуы һымаҡ килеп сыҡты. Бына әле, бер аҙ эштән арынғас, баяғы матур табынды тағы бер ҡат иҫкә алып әйтәбеҙ: рәхмәт, Урал Дамир улы, сәйегеҙ тәмле булды, сәйҙән бигерәк, киң күңелегеҙ арбаны. Ҡыҫҡа ғына был ғүмерҙә бөтәбеҙгә лә туғандарса, яуҙа яуҙаш, табындарҙа - табындаш булып йәшәргә яҙһын.