Арыу ғына кейенгән, тотошона ҡарағанда, интеллигенция вәкиле булырға тейеш. Өфөнән саҡырғандармы әллә, бәлки, Мәҙәниәт министрлығынан кемеһендер ҡоҙалағандарҙыр. Белгән кеше түгел. Ә байтаҡ халыҡ уның менән барып күрешә, хатта ҡосаҡлаша. Бына, ғәләмәт, беҙ белмәйбеҙ, башҡалар белә.
Ул үҙе янға килде. Шулай-шулай кешеме һеҙ, күптән танышам тип йөрөй инем. Әйҙә, бергә фотоға төшәйек, ҡасан һеҙҙе тағын күрәм әле, фәлән дә төгән дә фәсмәтән. Атаҡ, беҙ ябай, бәләкәй генә кешеләр ҙә, районда дәрәжәлерәктәр ҡай саҡ күрмәй ҙә үтеп китәләр, уңайһыҙ булып китте.
- Ғәфү итегеҙ, ә һеҙ кем әле?
Ай, һапата-һапата, Федоровка районы Юлдаш ауылынан Филүс Юлдашбаев та баһа был! Беҙҙең төркөмдә ултыра, юҡ-юҡта яҙыша, фекерен белдерә.
- Беҙҙең район журналистарына әйткәнем булды,- Филүс абзый үҙе район ҡоролтайында ла икән, - ҡасан "Юшатыр" һымаҡ яҙа башлайһығыҙ? Тегеләр миңә, "Юшатыр" независимый бит, ә беҙ зависимый ти.
Кисә беҙҙең ҡулға береһе лә бүләк тотторманы, үҙебеҙ бирҙек. Шулай булһа ла, иң ҙур, иң ҡыйбатлы бүләкте күтәреп алып ҡайтып киттек. Ф. Юлдашбаев фекерен. Ят күҙ күпте күрер, артабан да муйында бау, ҡул-аяҡтарҙа бығау тоймай йәшәйек әле. Рәхмәт.