

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, тормош ҡыуаныстары тулы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Тормош юлың артабан да ҡыуаныслы мәлдәргә бай булһын. Йәшеңә йылдар өстәлһә лә, маҡсаттарыңды, хыялдарыңды тормошҡа ашырыр көс-ҡөҙрәтең һүрелмәһен, һүнмәһен, баҫҡан аҙымдарың ышаныслы булһын.
Ҡотло булһын матур юбилейың,
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдың атҡан алһыу таңы,
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, әсәйең, ҡәйнәң, ҡайның.