

Ҡарҙар ирей, аға шарлауыҡтар,
Ҡоштар ҡайта тыуған яғына.
Мин дә ҡайттым, шул ҡоштарға оҡшап,
Иң ҡәҙерле кешем янына.
Тыуған ерем, йортом, әсәкәйем!
Тын алыуы рәхәт һеҙ барҙа.
Һыу ҙа тәмле бында, өй ҙә йәмле,
Әл дә һин бар, әсәй, янымда.
Һыуҙар ташыр, ерем йәшелләнер,
Сәскә атыр умырзаялар.
"Иң бәхетле кеше кем?" - тиһәләр,
- Атай-әсәй, иле булғандар!
Ҡайтам тиһәң, булһын тыуған яғың,
Һағынған һәм көтөр кешеләр.
Яҙҙар һайын ҡоштар һауаларҙан:
"Беҙ ҙә ҡайттыҡ, һылыу!" - тиһендәр.