Бәхетлебеҙ тик һин булғанға

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Нурия Әҡсән ҡыҙы Бикинееваны - 65 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ!!! 

Үҙебеҙ йыраҡта булһак та күңелебеҙ һәр саҡ өйҙә. Уның тәмле аштарын, наҙлы һүҙҙәрен һағынышып алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡанда, әсәйебеҙ гел ҡапҡа төбөнә сығып ҡаршы ала беҙҙе.
Ауырымайса, ҡартаймайса бер ҙә,
Беҙгә терәк булып йәшә һин.
Үҙең кәрәк, кәңәштәрең кәрәк,
Беҙгә гел дә кәрәк, әсәй, һин.
Юлыбыҙҙа ел-дауылдар ҡупһа,
Үҙ күкрәгеңде ҡуйып һаҡланың.
Был тормошта яҙҙар ғына тойоп,
Һинең ышығыңдан атланыҡ.
Иң изге теләктәр менән балаларың, кейәүҙәрең, килендәрең һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас