

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йылдар һау-сәләмәт булып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып ҡалыуыңды теләйбеҙ.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар һиңә,
Донъя йәмен татып йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фаил, ҡыҙың Светлана, улың Рөстәм һәм Вәлитовтар менән
Исмәғиловтар ғаиләһе.