

Һөйөклөбөҙҙө тыуған көнөң менән ҡотлап аяҙ күк йөҙө, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерленән-ҡәҙерлебеҙ һин. Киләсәктә лә әлегеләй киң күңелле, алсак йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Яҡындарыңды ҡыуандырып, уҡыуыңды уңышлы тамамлауыңды, һайлаған һөнәрең буйынса эшле булыуыңды, ҡанатландырған хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе,
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш балҡыһын тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән ата-әсәйең һәм барлыҡ туғандарың.