Тормош юлың наҙға төрөнһөн

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, еҙнәбеҙ, бажам Мансур Хәмәҙрәхим улы АБДРАХИМОВты 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң матур, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. 

Тормош юлың наҙға төрөнһөнТормош юлың наҙға төрөнһөн
Тормош юлың наҙға төрөнһөн

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөнөп үтһен. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон,
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәйрүзә, балаларың, ейәнсәрҙәрең, балдыҙҙарың Гөлсиә, Миңзада, бажаң Кәрим, ҡәйнешең Сынтимер һәм киленең Әнисә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас