

Һиңә аяҙ күк йөҙө, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл һин. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡорған донъяларығыҙҙың игелеген куреп йәшәргә яҙһын.
Иртәләрең– ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең– айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк дә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Иң изге теләктәр менән ҡайның Илшат, ҡәйнәң Зинфира, балдыҙың Эльвира, бажаң Әлмир, ҡәйнешең Ильвир, киленең Диана һәм улың Айгиз.