Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Кумертау ҡалаһында йәшәүсе, ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ Фәнил Зөфәр улы ЙЫҺАНШИНды йәшлегенең күркәм байрамы - 35 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһенКөндәреңде шатлыҡ биҙәһен
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Ҡәҙерлебеҙ изге йөрәкле, ышаныслы һәм тоғро тормош иптәше, үрнәкле һәм хәстәрлекле атай, туғандарына һәр саҡ ярҙамсыл булған, тырыш, яҡты күңелле кеше.
Яҡыныбыҙға ғүмерҙең иң оҙонон, сәләмәтлектең иң ныҡлыһын, тормоштоң иң йәмлеһен теләйбеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, беҙгә терәк-таяныс булып, именлектә-һаулыҡта беҙҙең менән бергә оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Ауырлыҡтар бер ҙә кисермә һин,
Ҡыйынлыҡтар бер ҙә килмәһен.
Һинең йөҙөңдәге шатлыҡ нуры
Балҡып торһон, мәңге һүнмәһен!
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек-ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зинира, улдарың Инзиль, Фәнзил, ҡыҙын Замира

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас