

Ҡәҙерлебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Һиңә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, йән тыныслығы, киләсәктә лә беҙгә терәк-таяныс булып, именлектә оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Атайыбыҙ менән тыуған йортобоҙҙоң ҡото, йәме булып бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Ҡәҙерле әсәй! Һиңә барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һәр яңы көнгә шатланып, үҙеңдең барлығың менән беҙҙе ҡыуандырып, бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшә лә йәшә әле!
Һинең көнөң бөгөн, Әсәй!
Йылмай, көл тыуған көнөңдә.
Фәрештәләр бәхет төшөрһөн
Ҡояш төҫлө сағыу йөҙөңә!
Ныҡлы һаулыҡ бирһен Хоҙай үҙеңә,
Көс, дәрт ташһын күңелеңдә.
Мең-мең рәхмәт, Әсәй, тик һиңә,
Беҙ бәхетле булғанға был ерҙә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Әлиә, кейәүең Әнғәм, улын Илназ, киленең Илюзә, ейән-ейәнсәрҙәрең Алмаз, Айназ, Әминә, Наҙгөл.