Бәхет, һаулыҡ юлдаш булһын!

Ҡансыра ауылында йәшәүсе ҡәҙерле апайымды, ҡайынбикәмде, яратҡан инәйебеҙҙе Усманова Рәмзиә Ағзам ҡыҙын ысын күңелдән оло юбилейы - 65 йәше тулыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. 

Бәхет, һаулыҡ юлдаш булһын!Бәхет, һаулыҡ юлдаш булһын!
Бәхет, һаулыҡ юлдаш булһын!

Апай!!!!!! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ - һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон - оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Ҡотло булһын һинең Тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөн
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе,
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә,
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын тормош күгендә.
Ҡотлауҙар менән һылыуың Зөлфиә, кейәүең Рәис һәм дә уларҙың балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас