

Изге йөрәкле, ышаныслы, яҡындарына һәр саҡ ярҙамсыл булған, тырыш, яҡты, асыҡ күңелле ҡәҙерле кешебеҙгә - ғүмерҙең иң оҙонон, сәләмәтлектең иң ныҡлыһын, тормоштоң иң йәмлеһен теләйбеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, беҙҙең барыбыҙға ла терәк-таяныс булып, именлектә-һаулыҡта бергә-бергә, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән әнейең Фәриә, апайың Фидания, абзыйың Фларис, еңгәң Гөлнур, туғандарың Әсләм, Ислам, Артур, Айнур, Данис һәм Сафина.