

Матур юбилейы көнөндә уға иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй ап-аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге, бәрәкәтле мул тормош, барлыҡ эштәреңдә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Тормош иптәшең Илдар менән иҫәнлектә-һаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, балаларыңдың бәхет-ҡыуанысын, изгелектәрен күреп, уларға терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә,
Ҡайғы еле һис тә теймәһен.
Тормош һынауҙары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә
Бәхет ҡунһын күңелең түренә,
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың, класташтарың исеменән Ғүмәровтар ғаиләһе.