Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Самат Усман улы ТУЙГИЛДИНды 55 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!!! 

Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙәОҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә

Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, эшендә ҙур уңыштар, именлек теләйбеҙ! Өлгөлө ғаилә башлығы, иғтибарлы һәм хәстәрлекле атай, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торған олатай, эшендә яуаплы һәм намыҫлы, туғандары өсөн ныҡлы таяныс һәм терәк ул!
Күркәм байрамы менән ҡотлап, уға йөрәк түренән урғылған иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Яҡындарыңдың һөйөүен, ихтирамын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һәр ваҡыт әлегеләй көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл һәм оло йөрәкле булып ҡал. Һин яныбыҙҙа булғанда беҙ тыныс, яҡлаулы, ҡурсаулы. Һиңә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади үрҙәр, бәрәкәтле һәм мул тормош теләйбеҙ.
55 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барған саптарың.
Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә.
55 йәш ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Олатайҙар булып ейәндәргә
Татыу яҙһын йәшәү йәмдәрен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлшат, улдарың Илназ, Илсаф, ҡыҙың Гөлнәзирә, кейәүең Вадим, ейән-ейәнсәрҙәрең Мадина, Карина, Кәрим.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас