Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр

Хөрмәтле коллегабыҙ, Яҡуп төп белем биреү мәктәбе директоры Самат Усман улы ТУЙГИЛДИНды ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәгебеҙҙән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәребеҙҙе, ер йөҙөндә булған барлыҡ изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. 

Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәрШатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр

Беҙ Һеҙҙе уңған, тыңғыһыҙ, хәстәрлекле, үҙ-үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, эште еренә еткереп эшләүсе, көслө ихтыярлы, сабыр холоҡло, кешелекле һәм кеселекле, оптимист рухлы шәхес булараҡ хөрмәт итәбеҙ. Яҡындарығыҙға ныҡлы таяныс булып, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, ейәнсәрҙәрегеҙҙең уңыштарына ҡыуанып, уларҙың шатлыҡтарына һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп иҫәнек-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Тыуған көндә ҡотлап теләк әйтәбеҙ,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең - имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен!
Иң изге теләктәр менән Яҡуп мәктәбе һәм балалар баҡсаһы коллективтары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас