

Уға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, яуаплы эшендә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Ғүмер миҙгелдәре ҡотло, имен тормош, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына биҙәһен. Баҫҡан аҙымдары ныҡ, башлаған эштәре һәр саҡ уң булһын. Күңел тыныслығы, рух ныҡлығы менән ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын. Ул ышаныслы, хәстәрлекле ғаилә башлығы, өлгөлө атай, ейәндәре өсөн өҙөлөп торған олатай. Балаларҙың игелеген күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәргә яҙһын.
55 йәш - бик матур саҡ бит ул
Йәшәү йәмен белгән кешегә.
Әлегесә дәртле, йәп-йәш булып
Оҙаҡ йәшәгеҙ һеҙ ерҙә.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте.