Иртәләрең ҡояшлы, күңелең тыныс булһын

Хөрмәтле Линиза Барый ҡыҙы БИКМАЕВАны 85 йәшлек матур ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Иртәләрең ҡояшлы, күңелең тыныс булһынИртәләрең ҡояшлы, күңелең тыныс булһын
Иртәләрең ҡояшлы, күңелең тыныс булһын

Ул күп йылдар ауыл китапханасыһы булып эшләне. Ауыл хакимиәтендә лә хеҙмәт итте. Уны килеп етеп килгән урындағы уҙидаралыҡ көнө менән дә ҡотлап үтәбеҙ һәм ошо күркәм байрамдар айҡанлы иң изге теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Линиза Барый ҡыҙына һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек, күңел тыныслығы, балаларының изгелек-мәрхәмәтенә ҡойоноп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, артабан да бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Иртәләре ҡояшлы, уйҙары, йөҙө яҡты, күңеле тыныс булһын. Аллаһы Тәғәлә үҙен сәләмәтлектән, бәхеттән айырмаһын.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош -
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Һәр тыуған көн үтһен шалтлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә тормошта.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас