Мең рәхмәт яуһын үҙеңә

Яҙҙың иң матур мәлендә беҙҙең иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө әнейебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Линиза Барый ҡыҙы БИКМАЕВА үҙенең 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. 

Мең рәхмәт яуһын үҙеңәМең рәхмәт яуһын үҙеңә
Мең рәхмәт яуһын үҙеңә

Әнәйебеҙҙең бала сағы Бөйөк ватан һуғышы осорона тура килә һәм барлыҡ балалар күргән михнәттәрҙе, ул да үҙ иңендә тойоп үҫә. Атайҙары һуғышҡа киткәндә, иң ҙур абзыйына 7, үҙенә 3 йәш, ә һеңлеләренә 1 ай ғына булып ҡалалар. Ҡыҙғанысҡа, атайҙары һуғышта хәбәрһеҙ юғалып ҡала. 1962 йылдың февраль айында әнейебеҙ, Мораптал ауылы ҡыҙы, Яҡшымбәткә Бикмаевтар ғаиләһенә килен булып төшә. Атайыбыҙ Мөҡсин Ғәриф улы менән ҡауышып, матур ғаилә ҡороп, ең һыҙғанып донъя көтә башлай улар, беҙгә, 5 балаға ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә биреп, үҙ-аллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Ҡыҙғанысҡа, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, 2020 йыл әтейебеҙ арабыҙҙан китеп барҙы.
Матурлыҡты, таҙалыҡты, бөхтәлекте үҙ иткән әнейебеҙ күп итеп гөл-сәскәләр үҫтерә. Күҙ нурын, күңел йылыһын һалып беҙҙең барыбыҙға ла бейәләй, ойоҡбаштар, шәлдәр бәйләп ултыра. Ул беҙҙе гел генә, телде йоторлоҡ тәмле ризыҡтары, бәлеш, аштарынан һығылып торған тулы өҫтәлдәре менән ҡаршы ала. Аш-һыуға ла оҫта булған әнейебеҙҙең алтын ҡулдары арыу-талыу белмәһен.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн һәр яҡлап та өлгө булып тораһың. Сабырлығың, беҙ тип янып-көйөүҙәрең, йоҡоһоҙ төндәрең, ағарған сәстәрең өсөн һинең алдыңда баш эйәбеҙ. Һинең аҡыллы кәңәштәреңә, йылы һүҙҙәреңә һәр ваҡыт мохтажбыҙ. Яҡыныбыҙ беҙҙең, беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, һинең менән ғорурланабыҙ, беҙҙе ҡыуандырып йәшәгәнең өсөн һиңә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ. Был донъяла һинең кеүек сабыр, саф күңелле кешеләр һирәктер. Аллаһы Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын үҙеңә. Күңелеңдәге йән йылыңдың нуры һүрелмәй, беҙгә балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Күркәм байрамыңда һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелегенә, мәрхәмәтенә ҡойоноп, ҡәҙер-хөрмәтәрен генә күреп, бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Гел шулай тормош матурлығына ҡыуанып, артабан да яҡындарыңа терәк булып, өйөбөҙҙөң ҡотон, именлеген һаҡлап, яҡындарыңдың уңыштарына, шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп татыу ғүмер кисерергә яҙһын һиңә! Аллаһы Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, шәфәҡәтле йөрәгеңә көс, йәшәү дәрте бирһен, сәләмәтлектән айырмаһын!
Иң изге теләктәр менән балаларың, килендәрең, кейәүҙәрең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас