

Һөйөклөбөҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә беҙгә терәк-таяныс булып, атайыбыҙ менән тыуған йортобоҙҙоң ҡото, йәме булып, бәрәкәтле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Ҡәҙерле әсәй! Һиңә барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һәр яңы көнгә шатланып, үҙеңдең барлығың менән беҙҙе ҡыуандырып, бәхетле ғүмер кисереп йәшә лә йәшә әле!
Һине тыуған көнөң менән ҡотлап,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә, матур йәй һымаҡ.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ.
Иң изге теләктәр менән улдарың Азат, Рәмил, килендәрең Гүзәл, Гүзәл һәм ейәнсәрҙәрең Азалия, Амина, Лия, Асҡар.