Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, терәгебеҙ, ғәзиз кешебеҙ, тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Рәшиҙә Юнир ҡыҙы ВӘЛИДОВАның күркәм юбилейы - 55 йәше.

Йәшәү дәрте булһын күңелдәЙәшәү дәрте булһын күңелдә
Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Ғүмер байрамыңды ҡайнар ҡотлап, йөрәгебеҙҙән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәребеҙҙе, барлыҡ изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күнел тыныслығы, киләсәктә лә беҙгә терәк булып оҙон ғүмер насип булыуын теләйбеҙ! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға ҡыуанып, өйөбөҙҙөң йәме булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын! Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең, күрһәткән ярҙамдарың өсөн һиңә ҙур рәхмәт!
Ҡотло булһын юбилейың,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ бәхет, сәләмәтлек,
Юлдаш булһын һәр саҡ үҙеңә.
Беҙҙең өсөн таяныс һин, әсәй,
Йәшәү көсө тик һиндә.
Оҙон булһын атай менән
Ғүмер юлығыҙ ерҙә!
Иң изге теләктәр менән атайың, тормош иптәшең Рәис, ҡыҙың Эльвира, кейәүең Артур, улың Ринат, киленең Гөлйөҙөм, ейәнсәрҙәрең Зарина, Әҙилә. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас