Барыһы өсөн рәхмәт, әсәй!

Яңы Таймаҫ ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө әнейебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Флүрә Муса ҡыҙы ВӘЛИТОВА үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. 

Барыһы өсөн рәхмәт, әсәй!Барыһы өсөн рәхмәт, әсәй!
Барыһы өсөн рәхмәт, әсәй!
Ҡәҙерлебеҙ, һине тыуған көнөң менән ҡотлап, иң изге, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Тыуыр таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға.
Иң изге теләктәр менән балаларың Таһир, Заһир, килендәрең Гөлнара, Зәлиә, ейән-ейәнсәрҙәрең, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас