Тормош юлың балҡып торһон

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өлсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Гөлсиә Сәйфулла ҡыҙы ӘЛМӨХӘМӘТОВАны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. 

Тормош юлың балҡып торһонТормош юлың балҡып торһон
Тормош юлың балҡып торһон

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын! Тормошобоҙҙоң йәмен-ҡотон һаҡлап, йәшәйешебеҙгә йәм өҫтәп тағы ла оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең,
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тип әйтәләр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Марс, ҡыҙҙарың Гөлфиә, Зөлфиә, кейәүең Руслан, ейәнең Булат, ейәнсәрең Самира.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас