Күркәм байрамыңда һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, именлек, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелегенә, мәрхәмәтенә ҡойоноп, ҡәҙер-хөрмәтәрен генә күреп, бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Гел шулай тормош матурлығына ҡыуанып, артабан да яҡындарыңа терәк булып, яҡындарыңдың уңыштарына, шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп татыу ғүмер кисерергә яҙһын һиңә! Аллаһы Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, шәфәҡәтле йөрәгеңә көс, йәшәү дәрте бирһен, сәләмәтлектән айырмаһын!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Рәхмәт, әнәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Ҡотлау менән ҡыҙҙарың, кейәуҙәрең, улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.