Яҡты йондоҙом һин, нурлы балам

Беҙҙең һөйөклө ҡыҙыбыҙ Рәсимә Ниғәмәт ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНА 50 йәшлек матур юбилейын билдәләй.

Яҡты йондоҙом һин, нурлы баламЯҡты йондоҙом һин, нурлы балам
Яҡты йондоҙом һин, нурлы балам

Ҡәҙерле, яҡын кешебеҙҙе алтын юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең яҡыныбыҙ оҫта ҡуллы, хәстәрлекле, изге күңелле, ярҙамсыл, алсаҡ кеше. Ҡыҙыбыҙға ғүмер байрамы уңайынан ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек теләйбеҙ. Йөҙөңдән һис ҡасан шат йылмайыуың китмәһен, яҡындарыңды ҡыуандырып, уларға терәк-таныс булып, уларҙың йылыһын, изгелектәрен генә тойоп оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшә Алла бирһә!
Хаҡ тәғәлә биргән бер ҡыҙ тыуҙы
Нурлыҡайым минең Рәсимәм.
Яҡты йондоҙом һин, нурлы балам.
Тормошомда бөртөк хазинам.
Өҫтөн иттең барлыҡ ваҡ-төйәктән,
Һинең барлығыңа табынам.
Һине сикһеҙ яратыусы атайың Ниғәмәт, әсәйең Тәлигә Баймырҙиндар.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас