Иң яҡыны беҙгә һин генә

Ҡарай ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе әнәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Нурия Вәхит ҡыҙы ХӘЛИЛОВАны тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Иң яҡыны беҙгә һин генәИң яҡыны беҙгә һин генә
Иң яҡыны беҙгә һин генә

Һине тыуған көнөң менән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ, көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсы, бәхетле һәм сәләмәт бул! Уй-теләктәрең киң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итүеңде, ғаилә шатлығы, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә яҙһын Хоҙай! Ныҡлы һаулыҡ , оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ .
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең исеменән Илүзә кызың. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас