Киленебеҙ сабыр йөрәкле, изге күңелле, ярҙамсыл, тырыш, уңған, оҫта ҡуллы һәм кешелекле. Улыбыҙ Илназ менән ике бала үҫтерәләр.
Ҡәҙерлебеҙ, һине ошо матур байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң ихлас теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, һаулыҡ, тормош ҡыуаныстары тулы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Тормош юлың артабан да ҡыуаныслы мәлдәргә бай булһын. Ғүмер үрҙәреңдә шатлыҡ, ҡыуаныстар менән артылырға яҙһын. Киләсәктә лә улыбыҙ менән бергә, матур ғаилә булып, бер-берегеҙҙе яратып, балаларығыҙҙың уңыштарына шатланып, яҡындарыңдың изгелектәрен генә күреп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгендә.
Ҡотлау менән ҡайның Азат, ҡәйнәң Раушания, Динара һәм ҡәйнештәрең.