

Ҡәҙерлебеҙ! Матур байрам көнөндә һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, яҡты уй-хистәребеҙҙе юллайбыҙ! Һин саф күңелле, йомарт, ярҙамсыл, сабыр холоҡло, изге күңелле кеше. Өлгөлө ғаилә башлығы, иғтибарлы һәм хәстәрлекле атай, олатай, яҡындары, тыуғандары өсөн ныҡлы таяныс һәм йәшәү өлгөһө. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең, күрһәткән ярҙамдарың өсөн һиңә ҙур рәхмәт.
Һиңә киләсәктә лә тормош дилбәгәһен ныҡлы тотоп, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, томош һынауҙарына бирешмәйенсә, һәр атҡан таңға ҡыуанып, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, бәрәкәтле, имен тормошта, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, иҫәнлектә-һаулыҡта, муллыҡта ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Тыуған йортобоҙҙоң ҡото, терәге булып, балаларыңдың изгелектәрен күреп, уңыштарына һөйөнөп, әсәйебеҙ менән тигеҙлектә, ҡыуанып-шатланып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен!
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә, матур йәй һымаҡ.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ,
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең