

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңел түребеҙҙәге теләктәребеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп биреү мөмкин түгел, улар икһеҙ-сикһеҙ. Һин ғаилә тип янып йәшәйһең, ал-ял белмәй тырышып эшләйһең, минең өсөн тоғро ғүмер юлдашым, биш балабыҙға хәстәрлекле атай, ейән-ейәнсәрҙәрең өсөн яратҡан олатай ҙа һин.
Ғәзиз кешебеҙ, һиңә был матур юбилейың көнөндә, бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, эштәреңдең һәр ваҡыт уң булыуын теләйбеҙ. Ғүмер иртәләрен бәхеттә, балалар ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысында, матур көндәр һәм яңы өмөттәр менән бергә-бергә ҡаршыларға яҙһын. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, күңелеңдән көс-ғәйрәт китмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, шатлыҡ ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле киләсәктә, бергә-бергә, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Сәләмәтлек ташламаһын ине,
Һәр тыуған көн үтһен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә тормошта.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Раушания, балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.