

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, уңған, изге йөрәкле, таланттарға бай, туғандарына һәр саҡ ярҙамсыл, яҡты күңелле кеше. Ул әнейенән үрнәк алып, уның һөнәр юлын дауам итеп баш ҡалабыҙҙа тәрбиәсе булып эшләп йөрөй.
Изге күңелле, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон!
Күңелеңдән яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
Шат йылмайып ҡаршы ал һин
Ғүмереңдең һәр бер иртәһен.
Иң изге теләктәр менән әнейең Гөлсинә, апайың Әлиә, еҙнәң Байрас, мырҙаң Линар, киленең Әлиә, туғандарың Әминә, Алмаз, Вадим.