

Ошо уңайҙан уларҙы ысын күңелдән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ошо матур көндә ҡәҙерлеләребеҙгә эштәрендә, ғаиләләрендә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар, уңыштар ғына насип булыуын теләйбеҙ. Иртәләрегеҙ - ҡояшлы, көндәрегеҙ - аяҙ, кистәрегеҙ - айлы, уйҙарығыҙ - яҡты, күңелегеҙ тыныс булһын. Әле тормошоғоҙҙоң иң күркәм, иң көслө һәм иң яуаплы ваҡыттары. Уның һәр минутының ҡәҙерен белеп, иҫәнлектә, имен тормошта, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, бәхетле оҙон ғүмер кисерегә яҙһын.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Сәләмәтлек ташламаһын ине,
Һәр тыуған көн үтһен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә тормошта.
Иң изге теләктәр менән атайығыҙ Рөстәм, әсәйегеҙ Хурсан, һылыуығыҙ Гүзәл, кейәүегеҙ Руслан, уларҙың улдары Искәндәр һәм һылыуығыҙ Шахсанам.