

Һәм дә ошо көндәрҙә тыуған көнө булып үткән атайымды, олатайыбыҙҙы, ҡайнымды Марат Морат улы ҠУЖАКОВты тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек, һеҙ - беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешеләребеҙ. Ошо йәмле байрамығыҙҙа меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре, ысын йөрәктән яратыуыбыҙҙы еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхетле оҙон ғүмер, юлығыҙҙа уңыштар ғына осрап тороуын теләйбеҙ.
Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Йөрәгегеҙ бер ваҡытта ла борсолоуҙар белмәһен, изгелек, мәрхәмәткә төрөнөп, шатланып, бәхетле ғүмер итегеҙ!
Атай һәм әсәй, бәхетле бала сағыбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн мең рәхмәтлебеҙ! Һеҙ беҙгә кәрәк тә, терәк тә, үрнәк тә. Киләсәктә лә туғандарығыҙҙың, дуҫтарығыҙҙың ихтирам-иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгеҙ! Барлыҡ эшләгән яҡшылыҡ һәм изгелектәрегеҙ сауап булып ҡайтһын, һеҙгә бәхетле ҡартлыҡ насип итһен! Ауырымай-һыҙланмай, тыуған йортобоҙҙоң йәмен һәм ҡотон һаҡлап, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ! Беҙ һеҙ булғанға бәхетлебеҙ, ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын.
Ҡотло булһын байрамығыҙ,
Тыныс булһын ғүмерегеҙ.
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерегеҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙығыҙ Лилиә, кейәүегеҙ Сергей, ейәнсәрегеҙ Карина, ейәндәрегеҙ Артем, Артур.