

Яҡынымды тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түремдән сыҡҡан иң изге теләктәремде еткерәм. Fүмер миҙгелеңдең матур байрамында һиңә ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, балаларыбыҙҙың изгелеген күреп, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ, бергә-бергә йәшәүеңде теләйем. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең, бөтмәҫ ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә.
Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн,
Һин булғанға беҙҙең тормош матур.
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул –
Хоҙай шунан мәхрүм мин итмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Марат.