Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр

Ҡәҙерле дуҫыбыҙҙы Глүсә Сабир ҡыҙы КОРОЛЕВАны ысын күңелдән, бөтә йөрәктән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.

Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәрШатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр

Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул!

Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын!
Һыҙылып та атһын ал таңдар,
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Шаярышып аҡһын болоттар,
Сәскә таждарына ысыҡ ҡунһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын,
Аллаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон
Ергә тыуған һәр бер балаһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәм,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтары Илүзә менән Мөнир.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас