

Шулай уҡ ошо көндәрҙә тыуған көнөн билдәләгән атайыбыҙ Марат Морат улы ҠУЖАҠОВты ла ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлеләребеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, алдағы тормоштарында шатлыҡ-ҡыуаныстар, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Гел шулай беҙгә терәк-таянысыбыҙ, кәңәшселәребеҙ булып, йомарт, кешелекле, көслө рухлы, сабыр, ярҙамсыл, изге күңелле булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Ҡәҙерлеләребеҙ, һәр ваҡыт бөгөнгөләй көләс йөҙлө, шатлыҡлы, ҡыуаныслы булып ҡалығыҙ, күңелегеҙ һәр саҡ тыныс булһын, хәйерле, бәрәкәтле тормош һеҙгә. Һеҙҙең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы.
Киләсәктә лә йәшәүҙән көс, йәм табып, балаларығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта ғүмер кисерергә Аллаһ Тәғәлә насип итһен.
Ҡәҙерлеләребеҙ , оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һеҙ иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙығыҙ Әлфиә, кейәүегеҙ Илдар, ейәнсәрегеҙ Юлия, кейәүегеҙ Ильмир, ейәнсәрҙәрегеҙ Алина, Эмилия, ейәндәрегеҙ Динар, Илнур.