"Апайым бар" - тиеп йыуанам

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе апайымды - Миһранова Зөлфиә Юнир ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайым!!! Иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшеңдә уңыштар, һәр саҡ матур, йәш булып ҡалыуыңды теләйем!!!! Үҙемдең шиғырым бүләк булып барһын!!

"Апайым бар" - тиеп йыуанам"Апайым бар" - тиеп йыуанам
"Апайым бар" - тиеп йыуанам

Апайыма
Бер туғаныбыҙ һинең менән, апай,
Бер әсәйҙең һөтөн эскәнбеҙ.
Бер тәрбиә, бер үк өгөт - нәсих,
Бер йорттан беҙ осоп китканбеҙ.

Һиңә ҡарап, апай, ғорурланам,
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланам.
Һиңә оҡшатһалар, бик ҡыуанам,
"Апайым бар" - тиеп йыуанам.

"Аҡ халатлы фәрештә" һин, апай,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа - туғанға.
Иткән изгелегең мең тапҡырҙар,
Ҡайтһын, Раббым, апай, яныңа.

Һинең шатлыҡ - минең шатлыҡ, апай,
Һин йылмайһаң - мин бик бәхетле.
Ҡыуандырып ғаиләң, туғандарҙы,
Йәшәйексе биргән ғүмерҙе.

Ҡотлау менән Өфө ҡалаһында йәшәүсе һеңлең Бикмаева Альбина Юнир ҡыҙы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас