Бәхет, шатлыҡ килһен ишелеп

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған еңгәбеҙ Зөһрә Ғәйфулла ҡыҙы БАЯЗИТОВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Бәхет, шатлыҡ килһен ишелепБәхет, шатлыҡ килһен ишелеп
Бәхет, шатлыҡ килһен ишелеп

Киләсәк тормошоң да изгелектә, бәхеткә төрөнөп, именлектә, һаулыҡта, шатлыҡта ғына уҙһын. Һәр ваҡыт шулай тормош матурлығына һоҡланып, ауырымай-һыҙланмай, күңел тыныслығында, яҡындарыңдың изгелеген күреп, абзыйыбыҙ Шамил, улдарығыҙ, килендәрегеҙ менән бергә, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һиңә ғаилә именлеге, йән тыныслығы, тыуыр таңдарыңдың тыныс, ғүмереңдең оҙон һәм бәхетле булыуын теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Бәхет, шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һеҙ йәшәгән өйҙөң ишеген.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән бикәстәрең, кейәүҙәрең һәм дә уларҙың балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас