Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!

Яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө атайыбыҙҙы Артур Юрик улы СЕМЕНОВты ысын күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә аяҙ күк йөҙө, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл һин. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ яҡындарыңдың изгелеген күреп, бергә-бергә бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын.
Иртәләрең– ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең– айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк дә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәсимә һәм улың Асҡар.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас