Һеҙ булғанға донъябыҙ йәнле

Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Закир Рәшит улы менән әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Әминә Вәлиулла ҡыҙы АҠҺАРОВТАРҙың ошо көндә бергә ҡабыҙған ғаилә усағын һүндермәйенсә, бер-береһенә терәк булып, матур йәшәүҙәренә - 50 йыл тула.

Һеҙ булғанға донъябыҙ йәнлеҺеҙ булғанға донъябыҙ йәнле
Һеҙ булғанға донъябыҙ йәнле

Ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙ беҙгә бар яҡтан да йәшәү өлгөһө, йәшәү үрнәге булып тораһығыҙ. Киләсәк көндәрегеҙ ҙә өмөт менән тулы булып, ғүмер йомағығыҙ шатлыҡ-hөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, биргән кәңәштәрегеҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып, пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ. Хоҙай үҙегеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙығыҙ Зөлфирә, улығыҙ Зиннур, кейәүегеҙ Хәйҙәр, ейәнегеҙ Илдар, ейәнсәрҙәрегеҙ Әлфиә, Рүзинә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас