Бик матур тормош юлын үтте Шәүрә Шәүәли ҡыҙы. Ғәтиәт Хиҙиәтулла улы менән 50 йыл ғүмер итеп, биш баланы тәрбиәләп, 11 ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, 20 бүлә-бүләсәләрен күреп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, бәхетле ҡартлыҡта йәшәне.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған, йылы һүҙҙәре менән ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан Таймаҫ ауылының берҙәм халҡына, барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, класташтарыбыҙға, күрше-күләнебеҙгә ихлас йөрәктән ҙур рәхмәт. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле, бәхетле тормош, ғаиләләренең, үҙҙәренең һәм туғандарының һау булыуын теләйбеҙ.
Ҡәҙерле Шәүрә Шәүәли ҡыҙының ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел булһын, ҡәберҙәрендә нурҙар уйнаһын, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Ҙур рәхмәт менән мәрхүмәнең балалары, туғандары.