Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә

Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хөрмәтле коллегабыҙ Лира Рәүф ҡыҙы МОСТАФИНАны ғүмеренең матур байрамы - 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшәСәләмәт бул, гел йылмайып йәшә
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә

Хеҙмәттәшебеҙ оло йәнле, бик ярҙамсыл һәм кешелекле, тырыш, егәрле, аҡыллы кеше, ул үҙ эшен еренә-еткереп, намыҫлы башҡарҙы.
Хеҙмәттәшебеҙҙе матур юбилейы менән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә яратҡан балаларыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең менән бергә, бәхетле, имен, бәрәкәтле, мул тормошта оҙон оҙаҡ йәшә! Һәр ваҡыт шулай изгелекле, алсаҡ, киң күңелле булып ҡал, йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, атыр таңдарың аяҙ, килер көндәрең тыныс булһын.
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә,
Ҡайғы еле һис тә теймәһен.
Тормош һынауҙары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә
Бәхет ҡунһын күңелең түренә,
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт һаулыҡ һаҡлау амбулаторияһы коллективы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас