

Юбилярыбыҙ йылдың иң матур яҙ миҙгелендә, тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп, донъя йәшәреп, емеш-еләк сәскә атҡан ваҡытта донъяға ауаз һала. Ҡәҙерле Рәмил Ғиниәт улы менән тормошон бәйләп, ике балаға ғүмер бүләк итәләр. Лира Рәүеф ҡыҙы оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә эшләне. Ул Яҡшымбәт ауылы дауаханаһын етәкләне. Яҡшымбәт ауыл Советы биләмәһенә ҡараған 12 ауылда йәшәгән барса халыҡтың сәләмәтлеген, именлеген, һаулығын хәстәрләне, тәьмин итте. Беҙ, Яҡшымбәт ауылы халҡы, Лира Рәүеф ҡыҙына рәхмәтлебеҙ һәм, юбилейы менән тәбрикләп, уға иң изге, яҡты матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ауырып киткәндә, ярҙам кәрәккәндә, төн йоҡоларын йоҡламай, йәнен бирергә әҙер булған табибыбыҙға ниндәй генә рәхмәт әйтһәк тә ҙа аҙ булыр. Матур байрамығыҙҙа һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәк йылдарығыҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер юлдарығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәрҙән генә торһон, барыбыҙҙың да изгелеген күреп, бәхетле йәшәргә насип итһен. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ.
Яҡшымбәт ауылы халҡының ихлас теләктәре менән, Рәүеф Абдуллин.