

Беҙҙе, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәгенән йыйылған егет һәм ҡыҙҙарҙы, 1984 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты осраштырҙы. Филология факультетының рус-башҡорт бүлегендә белем алыусы ике төркөм студенттары араһында Фәзиләбеҙ асыҡ йөҙө, алсаҡлығы, тура һүҙле, үткер телле булыуы менән айырылып торҙо. Һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән ғәҙел холоҡло әхирәтебеҙ менән юлдарыбыҙ институт тамамлағас та өҙөлмәне. Фәзилә юллама буйынса Ялсыҡай мәктәбендә эш башланы, ауылдың аҫыл егеттәренең береһе Ҡунаҡҡолов Зөфәр менән матур ғаилә ҡороп ебәрҙеләр. Халҡыбыҙҙа әйтелгәнсә, килен булып төшкән ерендә таштай батты ул. Ағиҙел һылыуы ошо ялан яҡтарына ерегеп йәшәп китте, һөйгәне менән икеһе бер төптән тороп донъя көттөләр. Икәүләшеп мәктәптә тырышып эшләнеләр, ауыл ерендәге бар сараларҙа ҡатнашып, күркәм ғаилә булып танылдылар. Яландай өй һалып сығып, донъяларын бөтәйттеләр. Биш балаға ғүмер бирҙе улар, дүрт ҡыҙ менән бер улдарына өлгөлө атай-әсәй булдылыр. Фәзиләбеҙгә яҙмыш һынауҙарын да ҡуйҙы: балалар аяҡҡа ла баҫып өлгөрмәгән саҡта Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләүсе хәләле Зөфәр кинәт вафат булды. Биш бала менән яңғыҙ ҡалған Фәзиләбеҙ балаларына бауыр баҫты. Һынманы-һығылманы, балалары бәхете хаҡына, һөйгәне рухына тап төшөрмәй, матур йәшәргә ынтылды. Бөртөкләп йыйған донъяларының ҡотон һүндермәй тырышып донъя көтә ул бөгөн дә.
Фәзиләбеҙҙең яратҡан шөғөлдәренең береһе - теген тегеү. Барса балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең зауығына тап килтереп, кейемдәр тегә ул. Беҙгә, һабаҡташ әхирәттәренә лә, күлдәктәр тегеп тә ҡыуандыра. Бөгөн ул Ялсыҡай балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, уның тәрбиәһендәге балалар Фәзилә апалары теккән алла-гөллө милли кейемдәр кейеп, район-республика кимәлендә үткән барлыҡ сараларҙа ҡатнаша, маҡтаулы урындар яулай.
Күңел ҡушыуы буйынса динебеҙ ҡанундарын өйрәнеп, хәләл ефете Зөфәр менән бер ҡатарҙан намаҙға баҫҡайны ул. Бөгөн уның биш балаһы ла биш ваҡыт намаҙ ҡалдырмай, ураҙалар тотоп, күңелдәрен иман нуры менән нурлап йәшәй. Ял һәм байрам көндәренендә Фәзиләбеҙҙең ҙур, яҡты йорто балалар тауышы менән тула, бергә-бергә барлыҡ эштәрҙе эшләп, тәмле ризыҡтар бешереп, Ҡөрьән сүрәләре уҡып, йән-тән рәхәтлеге алып, һәр береһе үҙ эшенә ашыға.
Фәзиләкәй! Бөгөн һиңә тормош ике “бишле” билдәһе ҡуя. Беҙ иһә һиңә иң теләктәребеҙҙе юллайбыҙ, именлек, теүәллектә һаулыҡ менән ғүмер итергә яҙһын тип теләйбеҙ. Балаларың бәхетенә һөйөнөп, шатлыҡ-ҡыуаныстар кисереп йәшәргә насип булһын, алсаҡ йөҙөңдән йылмайыу китмәһен. Йыл да үткән студенттар осрашыуын һинһеҙ күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел, осрашып-күрешеп, шатлыҡтарҙы уртаҡ итеп, бергә-бергә йәшәйек!
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Һине яратыусы, хөрмәт итеүсе
1984-1989 йылдарҙа СДПИ-ның филология факультетында уҡыған
“а” һәм “б” төркөмдәренең элекке студенттары